Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2019, 18:35

Водитель! Балалар ялға туҡтай!

Йәйге каникулдар башланырға күп тә ҡалманы. Быны иҫәптә тотоп, Өфөлә Башавтоинспекция хеҙмәткәрҙәре 20 майҙан 7 июнгә тиклем “Иғтибар – балалар!” тигән иҫкәртеү саралары иғлан итә. Улар тағы бер тапҡыр өлкәндәргә һәм балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен хәтерҙәренә төшөрмәксе.

– Белем биреү учреждениеларында әңгәмәләр ҡороласаҡ, дәрестәр, викториналар, уйындар, практик дәрестәр үткәреләсәк. Ата-әсәләр йыйылыштарында һәм педагогтар менән кәңәшмәләр барышында, уларға ҡалалағы авариялар һаны тураһында мәғлүмәт еткерәсәктәр, өйрәтеүсе фильмдар күрһәтәсәктәр һәм бәләкәй балаларҙы махсус креслоға ултыртыу кәрәклеге тураһында һөйләйәсәктәр, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

Был билдәләнгән осорҙа инспекторҙар эше юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған һәм балаларын махсус креслоға ултыртмаған водителдәргә ҡарата көсәйтеләсәк. Шулай уҡ йәйәүлеләр үткәүелендә юл бирмәгән водителдәрҙе лә асыҡлаясаҡтар.

Фото: infourok.ru
Читайте нас: