Автоһәүәҫкәрҙәр иғтибарына!
24, 25 һәм 26 майҙа Өфөнөң ҡайһы бер урамдарында, “Яҙғы бал” һәм “1000 велосипедсы көнө” үтеү сәбәпле, ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә.
“Яҙғы бал” 25 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Совет майҙанында башлана. Сарала ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында 24 май киске сәғәт 10-дан 25 май киске 9-ға тиклем ҡаланың тарихи үҙәгендәге ҡайһы бер урамдар ¬- Октябрь революцияһы, Ленин, Пушкин, Театр, Цюрупа, Карл Маркс, Совет урамдары - ябыла.
Шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәте лә үҙгәрәсәк.
26 майҙа ла, “1000 велосипедсы көнө”ндә, юлдар ябыла. 25 майҙан 26-һына тиклем Салауат Юлаев майҙаны янындағы туҡталҡала ваҡытлыса хәрәкәт итеү тыйыла.
26 майҙа Октябрь проспекты ла ябыласаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәте өфөләрҙән һәм баш ҡала ҡунаҡтарынан уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай.