Республикала 35 йәшлек Ләйсән Хәйруллинаны эҙләйҙәр. Ҡатын бер тапҡыр ҙа үҙенең 15 йәшлек улына алимент аҡсаһын түләмәгән икән.
Бурысының күләме 1 миллион 570 мең һумдан артып киткән. Суд приставтары 2010 йылда уҡ башҡарыу эшен асҡан булған. Дүрт йылдан ҡатынды Мәскәү аэропорттарының береһендә тоталар. Ләкин ул тағы юҡҡа сыға.
Яңыраҡ Мәскәүҙә Ләйсәндең 2002 йылда сыҡҡан “Крайслер” еңел автомобилен һатып алғаны билдәле була. Приставтар был милекте теркәтеүгә тыйыу һала.
Фото: БР буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы.