“Бөтә муниципалитеттар ҙа подъездарҙы ремонтлауға тотондо. Аҡса күсерелде, килешеүҙәр төҙөлдө. Йәй уртаһында башҡарылған эштең аралыҡ һөҙөмтәләрен тикшерергә тәҡдим итәм. Йәмәғәт контроленең ремонт сифатын нисек күҙәтеүен дә ҡарарға кәрәк”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Кирәев күп фатирлы йорттарҙа ремонт графикка ярашлы бара тип белдерҙе. Әле план буйынса быйыл төҙөкләндереләсәк урындарҙың 25 процентында, йәғни 1 123 подъезда, эш башланған, ул 15 сентябргә тамамланырға тейеш. Мәғлүм булыуынса, йортта йәшәгән халыҡҡа һәм йәмәғәт ойошмаларына ремонттың сифатын һәм башҡарыу барышын контролдә тотоу вәкәләте бирелгән.
Беҙ иһә эш барышы менән яҡындан танышыу маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһына юлландыҡ.
– Әле күп фатирлы 22 йорттоң 44 подъезында ремонт бара. Беренсе этапта 46 йорттағы 88 подъезд төҙөкләндерелергә тейеш. Быйылғы ремонт эштәре дүрт өлөшкә бүленгән, иң һуңғыһын ноябрҙә тамамларға йыйынабыҙ. Дөйөм алғанда, ҡалалағы 109 йортта 350 подъезд яңырасаҡ. Әлеге мәлдә подрядсы ойошмалар яҡшы эшләй, халыҡтың уларға дәғүәһе юҡ, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Ҡаланың Ленин проспектындағы 77-се йортта дүрт подъезда ла эштәр ыңғай бара, әҙерлек кимәле 70 процент тәшкил итә. Блюхер урамындағы 21-се йортта бары ике подъезд был программаға эләккән, унда ла эш аҙағына яҡынлаша. Социалистик урамындағы 20-се йортта ла ремонт тамамлана.
– Беҙҙең предприятие 39 подъезды ремонтларға тейеш. Бригадалар 15 апрелдә эшкә тотондо. Социалистик урамындағы 20-се йортта әлеге мәлдә дүрт штукатур-буяусы, ике балта оҫтаһы эшләй. Билдәләнгән ваҡытҡа ла өлгөрәбеҙ, тип әйтә алам, сөнки предприятиела үҙ һөнәренең оҫталары, элекке “Стәрлетамаҡстрой” предприятиеһы төҙөүселәре эшләй. Мәҫәлән, мастер Фәнис Лоҡманов 90-сы йылдарҙан бирле төҙөлөштә ҙур тәжрибә туплаған, – ти “Ремстройсервис СТР” йәмғиәте директоры Алла Сорокина.
“Жилсервис” идарасы компанияһының участка начальнигы Александр Доронин иһә подъездарҙағы ремонттың сифатын уяу күҙәтә.
– Эшкә йәлеп ителгән оҫталар – урындағы халыҡ, шуға ла беҙ уларҙың үҙ бурыстарын намыҫлы атҡарырына ышанабыҙ. Шулай булһа ла төҙөлөш материалдарының сифатын тикшерәбеҙ, подъезд стеналары төҫө лә бында йәшәгән кешеләр менән килешеп һайланды. Программала яңы ишек ҡуйыу ҡаралмаған, шуға ла ағымдағы ремонт өсөн йыйылған аҡсаға алып ҡуйҙыҡ. Тәҙрәләрҙе алдағы йылда алмаштырғайныҡ, – ти ул.
Эйе, программаға эләккән подъездарҙың торошо төрлө хәлдә: ҡарағыһыҙ булып таушалғаны ла, биш-алты йыл элек ремонт яһалғаны ла бар. Тик күп осраҡта йорттағы тәртип унда йәшәгән граждандарҙың яуаплылығына, уяулығына ҡайтып ҡала. Мәҫәлән, Валентина Колбасенко Социалистик урамындағы 20-се йортта утыҙ йылға яҡын йәшәй. Былтыр ҡатынды йорт буйынса “баш” итеп һайлап ҡуйғандар.
– Беҙҙең йортҡа 1992 йылда капиталь ремонт яһалды, әммә ул саҡтағы подрядсы ойошма бурысын намыҫлы башҡарманы. Әлегеһе беҙгә оҡшай, эште һәйбәт башҡаралар. Йортта йәшәгән кешеләрҙең теләктәре иҫәпкә алынды, – ти Валентина Николаевна.