Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 20:15

Иғтибар: республикала халыҡты иҫкәртеү системаһын тикшерәләр

Халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында иҫкәртеү – мөһим хәүефһеҙлек сараһы. Ул граждандарҙы ниндәй ҙә булһа фажиғә йәки төрлө шарттар йоғонтоһонда тыуған һәләкәттәр эҙемтәһенән һаҡлау, яҡлау мөмкинлеген бирә.

Халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында иҫкәртеү – мөһим хәүефһеҙлек сараһы. Ул граждандарҙы ниндәй ҙә булһа фажиғә йәки төрлө шарттар йоғонтоһонда тыуған һәләкәттәр эҙемтәһенән һаҡлау, яҡлау мөмкинлеген бирә.


“БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР!” – хәүеф янағанда йәки ғәҙәттән тыш хәл булғанда ашығыс белдереүҙе тапшырыр алдынан халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү өсөн бирелгән иҫкәртеү сигналы ул.


Мәҫәлән, иртәнән һуң, 23 майҙа Башҡортостан Республикаһы граждандар оборонаһының автоматлаштырылған төбәк иҫкәртеү системаһын пландан тыш комплекслы тикшереү үткәрелә. Сара барышында “Рәсәй-1”, “Беренсе канал”, “БЮТ”, Спутник ФМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радио- һәм телеканалдары аша республика биләмәһендәге барлыҡ электр сиреналары һәм белдереүҙәр тапшырыласаҡ. Урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем республика буйынса өс минут дауамында сиреналар яңғыраясаҡ.


Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, “БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР!” сигналы биш минут дауамында электр сиреналары, тауыш көсәйткестәр, сәнәғәт предприятиелары гудоктары ярҙамында биреләсәк.


Өйҙә, эштә, йәмәғәт урынында сирена тауышын йәки “БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР!” сигналын ишетһәгеҙ, радиоалғыстың, телевизорҙың тауышын тулыһынса асығыҙ. Сигнал туҡтағас, телевидение һәм радио каналдары аша хәл-ваҡиғалар һәм халыҡтың үҙ-үҙен тотоу ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт тапшырыла.


Өлкәндәргә сиреналар тауышының “БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР! “ сигналы икәнлеген үҙләштерергә һәм ошоно уҡ балаларға ла аңлатырға кәрәк. Уны ишеткәс, ҡурҡырға ярамай, сәбәбен аңлатҡандарын көтөгөҙ.


Мәғлүмәтте тулыһынса тыңлағандан һуң, бөтә кәңәштәрҙе үтәү фарыз. Мәғлүмәтте тулыһынса тыңламаһағыҙ, радионы йәки телевизорҙы һүндерергә ашыҡмағыҙ, мәғлүмәтте бер нисә тапҡыр ҡабатлаясаҡтар. Онотмағыҙ, үҙегеҙ менән тәү сиратта документтарығыҙҙы, аҡса, бер тәүлеккә етерлек аҙыҡ-түлек, һыу алырға кәрәк.


“БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР!” сигналын эштә, предприятиела йәки цехта ишетһәгеҙ, эште, телефон аша һөйләшеүҙе, кәңәшмәне туҡтатығыҙ. Шау-шыулы цехта булһағыҙ, станокты, машинаны һүндерегеҙ, ундай мөмкинлек булмаһа, предприятиелағы тауыш көсәйткескә яҡыныраҡ килегеҙ.


“БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР!” сигналын ҡала, ауыл урамында ишетһәгеҙ, урамдағы тауыш көсәйткес эргәһенә килегеҙ, сиреналар тауышы туҡтағас, мәғлүмәтте тыңлағыҙ һәм әйтелгән кәңәштәрҙе үтәгеҙ.


Сиреналар тауышы ишетелмәгән һәм тауыш көсәйткестәр булмаған төпкөл биләмәләрҙә “БАРЫҒЫҘ ҘА ИҒТИБАР!” сигналын һәм мәғлүмәтте махсус ҡулайламалар менән йыһазландырылған автомобилдәр тапшыра.


Күрше-тирәгеҙгә хәбәр итегеҙ – бәлки, улар тапшырылған мәғлүмәтте ишетмәгәндер. Ҡотҡо, имеш-мимеш таратыу осраҡтарына кисекмәҫтән кәртә ҡуйығыҙ.


Республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы, сирена тауышын ишеткәс, тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауҙы һорайбыҙ!


Фото: ufatoday.ru
Читайте нас: