Дүртөйлө район суды 34 йәшлек Айнур Абдулнасировты ике айға тәфтиш изоляторына япты. 15 миллион долларға торошло Lingualeo сит ил телдәрен өйрәнеү буйынса ҡушымта уйлап тапҡан миллионер үҙенең 47 йәшлек бер туған апайын үлтереүҙә ғәйепләнә.
Тикшереүселәр фаразы буйынса, 2 майҙа ир-егет тыуған йортонда туғанына бысаҡ менән ташлана һәм һигеҙ тапҡыр сәнсә. Ул эсмәгән, тәртип һаҡсылары килгәндә мәйет янында була һәм, имеш, апайын үлтереүен таный.
Айнур Абдулнасиров – “Телде белеүселәр клубы” компанияһын булдырған йәш эшҡыуар. Быға ни бары һигеҙ мең һум аҡса сарыф итеп, бер аҙҙан уны 7,5 миллион һумға һата. Был суммаға сит телдәргә өйрәткән мобиль ҡушымта уйлап таба. Хәҙер белем биреүсе уйын хеҙмәте бөтә донъяла эшләй, унда 17 миллиондан ашыу кеше теркәлгән.
Һуңғы осорҙа Айнурҙың компанияһы Ҡазанда төпләнгән була, ә Дүртөйлөгә ул май байрамдарына әсәһенә ҡунаҡҡа килә.
Мәскәүҙә Юғары иҡтисад мәктәбен отличноға тамамлаған һәләтле йүнсел нисек енәйәт ҡылыуға барып еткән һуң – тикшереү күрһәтер. Бары тик апайы Эльвираның йән ауырыуына дусар булып, йыш ҡына ҡустыһының йәнен үртәүе күҙәтелгән.
Кеше үлтергән өсөн Айнур Абдулнасировҡа 15 йылғаса төрмәгә ултырыу хәүефе янай. Уның да психик сәләмәтлегенә шик тыуа, сөнки адвокаттары, ғәйепләнеүсегә дарыуҙар ҡабул итергә кәрәклеген, юғиһә төрмәлә һаулығы насарланасағын белдереп, уны ҡулға алыуға ҡаршы төшкән.
Ә сит телдәр өйрәткән ҡушымта ғәҙәти рәүештә эшләүен дауам итә. Уның ҡулланыусылары енәйәткә этәргән сәбәптәрҙе күҙаллап, бәхәсләшеп маташа...