Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 23:20

Олпат йәштә оло иғтибар тойоп

Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында йәшәгән Әбделәхәт Сыңғыҙов бөгөн 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.

Фото: Сәлимә Байгилдина.
Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһында йәшәгән Әбделәхәт Сыңғыҙов бөгөн 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.


Уҙамандың ҡатыны менән бергә йәшәүҙәренә лә 65 йыл тула. Бәхетле пар ике балаға ғүмер бүләк иткән.
Юбилярҙы ҡотларға район хакимиәтенән, ауыл биләмәһенән һәм урындағы ветерандар ойошмаһынан вәкилдәр килде. Әбделәхәт Абдрахман улына Рәсәй Президентының ҡотлау открыткаһы ла тапшырылды.