Заман алға атлай, техника үҙгәрә, камиллаша. Ошо шауҡым почта тармағын да урап үтмәй. Хәҙер хат ебәреүҙең, гәзит-журналдарҙы таратыуҙың ниндәй генә юлдары юҡ.
Ҡасандыр күгәрсендәр хат ташыһа, хәҙер самолет-поезд һәм башҡа бихисап транспорт саралары был ролде үтәй. Әгәр һеҙҙе почта тарихы ҡыҙыҡһындырһа, Өфө почтамтына килегеҙ. Унда ниндәй генә ҡыҙыҡ мәғлүмәттәр, баһалап бөткөһөҙ тарихи ҡиммәткә эйә экспонаттар юҡ! Шулай итеп, ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр килеп күрегеҙ.