Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2019, 13:16

Борайҙа “Йәйғор” ҡалҡты

Борай ауылы уртаһында төҙөлгән был бинаға күптәр һоҡлана. Эштең ҡыҙыу барыуы, оҫталарҙың үҙ бурысына яуаплы ҡарауы ҡыуандыра бында йәшәүселәрҙе. “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” исемлегенә индерелгән “Йәйғор” балалар баҡсаһы ул.

Сер түгел – һәр кем үҙ сабы­йы­ның матур, иркен, балҡып торған балалар баҡсаһына йөрөүен теләй. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр яңы бинаның эсенә үк инеп, уның нисек буласағы менән ҡыҙыҡһына һәм бәхетле минуттарҙың тиҙерәк һуғыуын теләп, ҡыуанып сыға.

Ысынлап та, 95 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы бик күркәм һәм уңайлы буласаҡ. Райондың баш архитекторы Азат Фәзрахманов, төҙө­лөш өсөн яуаплы прораб Фәнәүи Са­диҡов менән беҙ ҙә бинаның эсенә үтәбеҙ.

– Былтыр йәй эшкә тотонғайныҡ, августа тапшырырға ниәтләйбеҙ, – ти Азат Рәмил улы. – Заманса материалдар ҡулландыҡ. Төҙөүселәр үҙ эшенә намыҫ менән ҡарай, тот­ҡар­лыҡ юҡ. Күп кенә егеттәребеҙгә эш булды.

– Бында – тамаша залы, тегендә – йоҡо бүлмәһе, – Фәнәүи Садиҡов беҙ­ҙе балалар баҡсаһы менән таныштырҙы.

Иркен бүлмәләрҙе күреп, бында тәрбиәләнәсәк сабыйҙар өсөн ҡыуанып ҡуйҙыҡ. “Йәйғор” тип аталған балалар баҡсаһы ауылдың бер йәме булһа, кескәйҙәргә лә, уларҙың атай-әсәйҙәренә лә сикһеҙ ҡыуаныс килтерәсәк ҙур бүләк ул.

Борай районы.
Читайте нас: