Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2019, 18:40

Мотоциклсы һәләк булған

Кисә Дыуан районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе булды. Был юлы автоһәүәҫкәрҙең түгел, ә мотоциклсының ғүмере өҙөлдө.

Кисә Дыуан районында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе булды. Был юлы автоһәүәҫкәрҙең түгел, ә мотоциклсының ғүмере өҙөлдө.


Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 60 йәшлек ир “Урал” мотоциклында Мәтәле ауылы яғынан Әй йылғаһына табан йүнәлгәндә ауған.


Һөҙөмтәлә, ул ваҡиға урынында һәләк булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тәфтиш эшен башлаған.


Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, кисә республика юлдарында 12 автоавария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған.


Фото: ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: