Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2019, 12:58

Свердлов урамы ялтырап ята

Өфө ҡалаһының Свердлов урамында йәшәйбеҙ. Улай тиеүем шуның менән бәйле, беҙҙең урамды бик белмәйҙәр, хатта уны ауыл тип тә атайҙар. “Ҡайҙа ул Свердлов урамы?” тип һорап аптыраттылар. Элек бигерәк тә мәшәҡәт булды был урамдан үтеүҙәре, батҡаҡтан йонсоноҡ, ҡыш етһә, машиналар йыш батып ултырҙы, “Ашығыс ярҙам” һуңлап килде.

Бөгөн тышта яҙ тантана итә, йылы көндәрҙә урам буйҙарында һәм ишек алдарында, подъездарҙа эш гөрләп тора. Элекке ташландыҡ хәлдәге Свердлов урамында әле таҙалыҡ күренә башланы. 2017 йылдан бирле асфальт юлдар ялтырап ята. Эште даими контролдә тоталар. Урамды йыйыштырыу өсөн трактор йә булмаһа машина хәстәрләйҙәр. Сүп-сар йыйылып китһә йәки юлға ағас йығылһа, тиҙ генә тәртип урынлаштыралар. Урамды һыу менән йыуҙырып ялтыратып ҡуялар.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: