Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 21:59

Аҡмуллала – Күршеләр байрамы

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының Аҡмулла урамында йәшәүселәр Күршеләр байрамы үткәрҙе.

Фото Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Фото Хәйбулла районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының Аҡмулла урамында йәшәүселәр Күршеләр байрамы үткәрҙе.


Күрше менән татыу булыу мөһим, ти халҡыбыҙ. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн Аҡмулла урамында йәшәүселәр изге эш-ғәмәлдәре, ихлас аралашыуы, дуҫ, татыу булыуы менән күрһәтте.


Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, райондың ветерандар ойошмаһы, мәҙәниәт йорто коллективы тарафынан тәүге тапҡыр үткәрелде. Беренсе мәртәбә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы, байрамды дәррәү күтәреп алыуы һоҡландырҙы. Балалар өсөн төрлө уйындар уҙғарылһа, өлкәндәр викториналарҙа белемен тикшереп ҡараны. Район мәҙәниәт йорто артистарының сығышы байрамға йәм, биҙәк өҫтәне.


Аҡмулла урамында йәшәүселәр күршеләрен төрлө тәм-том, аш-һыуҙан һығылып торған табында һыйланы, үҙ-ара кәңәшләште, күңел асты.
Читайте нас: