Проектҡа ярашлы, быйыл күп фатирлы 13 йорт алдындағы өс ихатаны ремонтлаясаҡтар. Әле Матросов исемендәге урам буйлап юлды асфальт һалыу өсөн әҙерләйҙәр. Бында өр-яңы асфальт ҡатламы һалынырға тейеш. Машина ҡуйыу урындары буласаҡ, юл һәм тротуар бордюрҙары ҡуйыласаҡ, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина ҡатламы һалынасаҡ.