Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 17:05

Хәҙер аңларҙар!

Шифаханаға кеше ниндәй маҡсаттан килә? Әлбиттә, дауаланырға! Ә бына ул көндө Балтас районында йәшәгән өс әҙәм "Танып"ҡа байыу ниәтенән килә.

Шифаханаға кеше ниндәй маҡсаттан килә? Әлбиттә, дауаланырға! Ә бына ул көндө Балтас районында йәшәгән өс әҙәм "Танып"ҡа байыу ниәтенән килә.


Танымаһындар өсөн йөҙөнә битлек, халат кейеп алған егеттәр проходнойҙан ҡарауылсыны сығарып, монтировка менән башына һуға, унан һуң ергә һалып, ауыҙын скотч, үҙен арҡан менән бәйләйҙәр. Аҙаҡ егеттәр мәкерле эшенә тотона, банкоматты емерә башлай. Шулай ҙа уны аса алмайҙар. Асыуы килгән уғрылар видеорегистраторҙы яндыра, өйгә ҡайтҡанда халаттарын, монтировакаларын ташлап китә.


Енәйәтселәрҙең ҡойроғона тиҙ баҫалар. Бурҙар үҙенең ғәйебен таныған. Тимер рәшәткәле йорт эсендә улар аҡсаны урлап түгел, ә хәләл көс менән табырға кәрәклеген аңлар, моғайын.


Фото: volgasib.ru.
Читайте нас: