Интернет заманы тиһәләр ҙә, иң дөрөҫ, аныҡ мәғлүмәтте гәзит-журналдар аша ғына алырға мөмкин. Ташҡа баҫылған мәҡәлә-әҫәрҙәр заман шаңдауында, хатта быуаттар алмашынғанда юғалып ҡалмай, киреһенсә, быуат сылбырҙарын бәйләүсе, тарихи үткәндәрҙе дәлилләүсе, барлаусы иң төп сығанаҡтарҙың береһенә әүерелә. Ошо турала онотмаһаҡ ине. Әйткәндәй, 26 майға тиклем республикала матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Был хаҡта ҡыҙыҡһынып , Өфө почтамты етәксеһе Илшат Абдуллинға мөрәжәғәт иттек.
– Гәзит-журналдарға яҙылыусылар менән даими эш алып барабыҙ. 16 майҙа – Өфө почтамтында, 17-һендә Башҡортостан Профсоюздар йортонда Матбуғатҡа яҙылыусылар көнөн ойошторҙоҡ. Был сараны ойоштороуҙың маҡсаты мөмкин тиклем күберәк кешене баҫмаларға яҙҙырыу ине. Сөнки илебеҙҙә, республикабыҙҙа баҫылған матбуғат саралары райондарҙа, ҡалаларҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы объектив, киң һәм дөрөҫ яҡтырта. Ошо мәҡәлә-мәғлүмәттәр аша ғына тормошобоҙҙо тулыһынса күҙ алдына килтерәбеҙ. Әллә күпме көнүҙәк проблемаларҙың да гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡандан һуң хәл ителеүенә шаһитбыҙ. Шуға гәзит уҡыусыларҙы ташламалы хаҡҡа матбуғат сараларына яҙылып өлгөрөргә саҡырабыҙ.