Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡаза ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул. Яҙмыш һынауҙары Күгәрсен районының Санъяп ауылында йәшәгән курсташым Әлфир Дәүләтбаевты ла урап үтмәне. Бер фажиғә уның бар тормошон үҙгәртте: талпан энцефалиты тигән яман сиргә тарыны ул.
Һөҙөмтәлә үҙәк нервыһы ҡаҡшап, кәүҙәһе хәрәкәтһеҙ ҡалды. Бәхеткә, һул ҡулы терһәккә хәтлем ҡыбырлай. Ошо ҡулы менән ул интернет селтәре аша аралаша, хатта аҡса эшләй ине. Ул хатта һап-һау, сәләмәт кешеләр атҡара алмаған эште сынъяһау итеп ҡуя. Ҡыҫҡаһы, ныҡышмал, сәмсел, көслө рухлы егет тырышып-тырмашып, йәшәргә ынтыла.
Егеттең тырышлығы – күптәргә йәшәү өлгөһө. Зарланырға өйрәнмәгән Әлфир. Уның эш ҡоралы – күҙҙәре, ҡулдары һәм компьютеры. Физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнһә лә, ихтыяр көсө ҙур, йәшәүгә, эшләүгә өмөтө сикһеҙ. Теләк, тырышлыҡ ҡына булһын... Эш юҡ тип зарланғандарға ла үрнәк ул. Әйткәндәй, Әлфир интернет селтәре аша эшләп, халыҡ-ара вебдизайнер булып танылған! Уның логотиптары республика, ил кимәлендә генә түгел, тотош донъя компаниялары-фирмаларының төп билдәһенә әүерелгән! Сирлемен, өйҙә генә ултырам тип зарланмаған егет, ана ниндәй уңыштарға өлгәшкән! Түшәктә ятҡанда ла, табиптар йәшәүгә өмөт бирмәгәндә лә әсәһе уның төп таянысы булған.
Әлфир әле әсәһе, ғүмер буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Наилә Камил ҡыҙы менән иҫке генә йортта йәшәргә мәжбүр. Ул артыҡ йылы ла түгел. Шуға уның хыялы – иң ауыр минуттарында һәр саҡ янында булған ғәзиз әсәһенә тип төҙөй башлаған йортто тиҙерәк тамамлау. Шуға ул ҡулынан килгәнсә интернет аша аҡса эшләй ине. Әммә күптән түгел тап бына ошо компьютерына зыян килгән. Ә был хәл эшен генә түгел, хатта донъя менән аралашыу мөмкинлеген юҡҡа сығарған. Өҫтәүенә, уның клиенттары кәмер, был ышанысһыҙ тип, юҡҡа сығып ҡуймаһындар инде. Юғиһә, аҡсаны ҡайҙан алыр ул?! Шуға, ҡәҙерле дуҫтар, изге Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ.
Фытыр саҙаҡаһы – 50 һум. Ошо сумманы ярҙам итергә теләге булғандар Әлфиргә күсерһә, егеттең хыялын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итер инек. Түшәктә ятһа ла, ныҡ сирләһә лә, йәшәргә генә түгел, хатта эшләргә лә теләгән егеттең өмөтөн өҙмәйек. Уға йәшәү сығанағы булған компьютерҙы алырға ярҙам итәйек. Аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
Сбербанк: 2202 2001 6407 4930, Альфир Загирович;
Яндекс деньги: 41001 1001339034;
Тинькофф: 4377 7237 4428 1811;
Фотоларҙа Әлфир эшләгән логотиптар.