Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң Ағиҙел буйындағы төҙөлөш барышы менән танышты.
Ул ярҙағы яңыртылған участканы ҡараны, биләмәне төҙөкләндереү, тейешле инфраструктура булдырыу, юл селтәрен үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында фекер алышты.
Артабан Радий Хәбиров Өфө хакимиәте вәкилдәре, объектты төҙөүселәр ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Унда яр буйын төҙөкләндереү буйынса проект ҡарарҙары, уңайлы ял өсөн инфраструктура булдырыу, шул иҫәптән заманса концерт залы төҙөү ҡаралды.
Республика етәксеһе биләмәне яҡтыртыуға, архитектура үҙенсәлектәренә, заманса павильондарға айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Юл селтәрен үҫтереүгә килгәндә иһә, автомобиль ҡуйыу урындарының тейешле күләмдә булырға тейешлеген билдәләне.
“Эш әлегә ифрат күп, – тине Радий Хәбиров. – Һис шикһеҙ, был үтә мөһим объект. Халыҡ төҙөкләндерелгән яр буйын көтә. Бында кешенең күпләп сығып ял итеренә ышанам. Беҙҙең яр буйы Рәсәйҙәге иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ”.