Баҡалы районында төҙөкләндереү буйынса “Мин үҙемдең районымды яратам” акцияһы башланды. Йәштәрҙең социаль әүҙемлеген күтәреү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған сара 21 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Акцияла ҡатнашыуға студенттар, уҡыусылар, хеҙмәт коллективтары, “Беҙҙең ваҡыт” йәштәр үҙәге тәрбиәләнеүселәре, йәмәғәт ойошмалары һәм үҙ төбәге яҙмышына битараф булмаған бөтә йәштәр саҡырыла. Иң әүҙемдәр район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм приздар менән бүләкләнәсәк.