Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 17:03

Татарҙар рәхмәт әйтә

30 йәшлек юбилейы айҡанлы Радик Юлъяҡшиндың концерттары Өфөлә лә, Ҡазанда ла шығырым тулы залда үтә.

30 йәшлек юбилейы айҡанлы Радик Юлъяҡшиндың концерттары Өфөлә лә, Ҡазанда ла шығырым тулы залда үтә.
Мәҫәлән, "Өфө уттары"нда дүрт сәғәт буйы барған концертты ҡарарға көн һайын ике мең самаһы кеше килгән.


21 майҙа яҡташыбыҙ күңел байрамын Ҡазан тамашасыларына бүләк итте. Радик Ғабдулла Туҡайҙың "Туған тел" йырын башҡарғанда төрлө милләт вәкилдәре менән бергә русса ла, татарса ла белмәгән Индонезия егете лә ҡушылып йырлаған. "Татарҙарҙың гимнын йырлаған өсөн рәхмәт һиңә, Радик!" – тип ҡыуанысын белдерә Ҡазан тамашасыһы.


Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: