Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Май 2019, 22:43

"Ышаныс телефоны" ышаныслы

Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжында “Ышаныс телефоны” тигән сара үтте.

Фото: Альбина Мостафина.
Фото: Альбина Мостафина.
Сибай ҡалаһының Төҙөлөш һәм сервис колледжында “Ышаныс телефоны” тигән сара үтте.


Директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Альбина Мостафина ҡыҙ һәм егеттәрҙе балалар өсөн “Ышаныс телефоны”, уның маҡсаты, нисек эшләүе менән таныштырҙы.
Был хеҙмәт аша иғтибарға, яҡлауға мохтаж йәш быуын вәкилдәренә ярҙам күрһәтелә. Балалар тыңлаусыға үҙ проблемаларын тулыһынса аса ала, үҙ ваҡытында бирелгән кәңәш хәүефте, шик-шөбһәне кәметеү мөмкинлеген бирә.
“Әле Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәрҙең мөрәжәғәттәрен ҡабул иткән 280-дән ашыу хеҙмәт эшләй. Уларҙан бушлай көндөҙ ҙә, төндә лә файҙаланырға мөмкин. Психологтар йәш быуынды борсоған һәр һорауға тулы, аныҡ яуап бирергә әҙер”, – ти Альбина Булат ҡыҙы.
Читайте нас: