33 йыл үтһә лә, барыһы ла өс көн элек булғандай иҫтә...
Чернобыль… Был атама әремдең бер төрө булған “чернобыльник” үләненән алынған. Рус теленән тура тәржемә иткәндә, “ҡара ваҡиға” тигән мәғәнәлә лә яңғырай. Ысынлап та, күпме кешенең яҙмышына әсе әрем тәме биреп, ҡара тап булып ятты Чернобыль һәләкәте. Тормош туҡтап ҡалған Припять ҡалаһы, Ер йөҙөнән юҡ ителгән ауылдар, тәләфләнгән тәбиғәт – былар барыһы ла беҙҙе “бер-беребеҙгә, ер-һыуҙарыбыҙға ҡарата аяулы, рәхимле, мәрхәмәтле булығыҙ!” тип иҫкәртә кеүек.
1979 йыл. Шишмә районы йәштәре – күптән түгел өйләнешкән Мөнирә менән Дамир Ғәлимовтар комсомол саҡырыуы буйынса Украинаға – Чернобыль атом станцияһы төҙөлөшөнә юллана. Әле генә үҫешә башлаған Припять ҡалаһында төпләнә улар. Унда тормош гөрләп тора, бөтә Союздан йыйылған йәштәр, йөрәктәрендә тау аҡтарырлыҡ көс-ғәйрәт тойоп, дәртләнеп эшләй, киләсәккә яҡты уй-хыялдар ҡора.
Ғәлимовтарҙың да тормошо алға бара. Башҡортостанда тыуған Рөстәмгә иш булып Тимур донъяға килгәс, ике бүлмәле фатир бирәләр. Ғаилә башлығы Дамир Таһир улы атом станцияһы төҙөлөшөндә эшләһә, Мөнирә Шәрифулла ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, методист, артабан мөдир булараҡ хеҙмәт баҫҡыстары үтә. 1985 йылдың йәйендә бәхетле ғаиләгә тағы ла шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәп, өсөнсө улдары Родион тыуа.
Әммә бер көндә һәүетемсә дауам иткән көйлө тормош селпәрәмә килә. 30 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һәләкәт көнөн, дөрөҫөрәге, төнөн, кисәгеләй хәтерләй Мөнирә апай.
– Фатирыбыҙҙың тәҙрәләре атом станцияһына ҡарай ине. Төн уртаһында көслө яҡтылыҡтан уянып киттем дә йүгереп балконға сыҡтым. Бер-бер артлы күккә бер нисә бәшмәк күтәрелеүен күрҙем. Ашыға-ашыға сабыйымдың йыуып эленгән кейемдәрен йыйырға тотондом. Артымса уянған ирем мине тартып тигәндәй өйгә индереп, тәҙрәләрҙе, балкон ишеген нығытып япты. Был 1986 йылдың 26 апреленең һәләкәтле төнө ине. Шартлау булғанын аңлағайныҡ, радионы, телевизорҙы ҡабыҙып ҡуйҙыҡ. Әммә бер кем дә бер нимә лә өндәшмәй. Иртәнсәк, урамда кешеләрҙең һәүетемсә йөрөүен, башҡа балаларҙың мәктәпкә юлланыуын күреп, мин дә өлкән улымды уҡырға оҙаттым. Унан ике көн алда ғына Киевҡа барып, машина һатып алып ҡайтҡайныҡ. Иптәшемә: “Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр бит, тимәк, ҡурҡыныс түгел, әйҙә баҡсаға барып, картуф сәсеп ҡайтайыҡ”, – тинем.
Дамир гаражға китте лә, хәрбиҙәр үткәрмәй, тип ҡайтып инде. Бер туған һеңлем Венера менән кейәүебеҙ Михаил Припять ҡалаһының икенсе осонда йәшәй ине. Төштән һуң бәләкәсебеҙҙе көймәһенә һалып, ҙурҙарын эйәртеп, уларҙың хәлен белергә юлландыҡ. Кейәү шул төндә эшләргә тейеш ине, ниндәйҙер бәхетле осраҡ менән сменаһын алмаштырыуын белеп ҡыуандыҡ.
Бергәләп ҡала буйлап йөрөргә сыҡтыҡ. Бына шулай, тәүге тәүлектәрҙә ниндәй ҡурҡыныс һәләкәт булыуын белмәгәнбеҙ ҙә, киләсәктә уның ниндәй эҙемтәләргә килтеререн аңламағанбыҙ ҙа. 27 апрелдә төштән һуң ғына радио-телевидение аша ҡыҫҡа ғына хәбәр биреп, эвакуация иғлан иттеләр. Ҡалаға ҙур-ҙур автобустар килеп тулды. Беҙ 28-е генә сыға алдыҡ, – тип ауыр хәтирәләрен яңыртты әңгәмәсем.
Шул көндән уларҙың тормошо “фажиғәгә тиклем һәм унан һуң” тигән ике өлөшкә бүленә. Халыҡты ҡаңғыртмаҫ, артыҡ ҡуҙғытмаҫ өсөн “ҡаланан өс кенә көнгә хәүефһеҙ биләмәгә сығарабыҙ” тип әйтәләр. Ғәлимовтарҙы һәм тағы ла бер нисә ғаиләне эшселәр өсөн тәғәйенләнгән вагондарға урынлаштыралар. Ике көн үтеүгә, һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ир-егеттәрҙе кире ҡалаға саҡыртып алалар. “Кемдәрҙең барыр урыны, туғандары бар, үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙға ҡайтығыҙ”, – тигәстәр, апалы-һеңлеле Мөнирә менән Венера, балаларын алып, Шишмәгә – ата-әсәһе янына килеп һыйына, ә ирҙәре һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә ҡала.
Ғаилә алдында “Артабан ҡайҙа, нисек йәшәргә?” тигән һорау килеп баҫа. Үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Дамир Таһир улын Украинала ҡалырға өгөтләйҙәр. Августа, фажиғәнән һуң дүрт ай үткәс, ҡалаларына ҡайтып иң кәрәкле әйберҙәрҙе алырға рөхсәт итәләр. Ғәлимовтар балалары менән Киевҡа юллана.
– Апрелдә, эвакуация алдынан, Дамир ҡайҙандыр өс көнгә генә китмәҫебеҙҙе, тиҙҙән электр утын һүндерәсәктәрен белеп ҡайтҡан ине, шуға күрә беҙ һыуытҡысты бушатып, ут-һыуҙы тикшереп, фатирҙы ныҡлап ябып ҡуҙғалдыҡ. Кемдәр быны эшләмәгән, уларҙың торлағының ниндәй хәлдә булыуын күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙҙыр. Берәүҙәрҙең һыуы ағып торған, икенселәренең ризыҡтары ҡортлап, бөтә өйҙө баҫҡан, өсөнсөләрҙең ишеген емереп инеп, донъяһының аҫтын-өҫкә килтергәндәр. Иҫкә алыуы ла ҡыйын. Кире барһаҡ та, артыҡ бер нәмәне лә алдыртманылар, фатир ҙа, йыһаздар ҙа шул килеш тороп ҡалды. Хатта машинабыҙҙы ла, ныҡ нурланыу сәбәпле, сүплеккә илтергә тура килде. Бына ошо альбомдар ғына — шул мәхшәрҙән алып сыҡҡан бер иҫтәлек, – тип Мөнирә апай фотоһүрәттәр күрһәтә. Ә уларҙа – бәхетле ғаиләнең бәхетле мәлдәре...
Артабан йәшәү өсөн Ғәлимовтар Херсон ҡалаһын һайлай. Мөнирә Шәрифулла ҡыҙы балалар баҡсаһында яратҡан эшен дауам итә, йәмәғәт башланғысында яңы ойошторолған “Чернобыль” ойошмаһын етәкләй. Үҙҙәре кеүек хәлдә ҡалған бик күп ғаиләләргә, шартлау үҙәгендә булып, нур ауырыуына дусар ителгәндәргә ярҙамлашырға тотона, закондарҙы өйрәнеп, уларға тейешле ташламаларҙы юллаша. 1990 йылда Киевта үткән “чернобылселәрҙең” тәүге съезына делегат итеп һайлана. Ә Дамир Таһир улына тағы ла туғыҙ йыл дауамында ваҡыты-ваҡыты менән шартлау урынында эшләргә, эҙемтәләрҙе бөтөрөшөүҙә ҡатнашырға тура килә. Ике йыл Кубала йәшәп, унда ла АЭС төҙөлөшөндә булып ҡайта Ғәлимовтар.
Йылдар үтеү менән нурланыу эҙемтәләре беленә башлай. Дамир Таһир улына бөйөрөн алдыртырға тура килә, былтыр йөрәгенә ҡатмарлы операция эшләгәндәр. Мөнирә апай ҙа тубыҡ һөйәгенә ҡатмарлы операция яһатҡан. “Йәш саҡта артыҡ уйланмайһың икән, ә бына олоғайғас беленә. Күп таныштар, дуҫтар арабыҙҙа юҡ инде. Бала ҡайғыһы ла кисерҙек: оло улыбыҙ Рөстәмдең йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә ошо һәләкәт сәбәпсе. Авария мәлендә Рөстәмгә туғыҙ йәш ине. Нурланыу әкренләп йөрәгенә бирҙе”, – тип ауыр көрһөнә әсә кеше.
“Һеҙ бит ҡатын-ҡыҙ, әсә, һәләкәт алдынан бер нимә лә һиҙмәнегеҙме?” – тип һорайым һаҡ ҡына. “Һиҙеү генә түгел, 1979 йылда, Припять ҡалаһына килеп урынлашҡан беренсе көндә үк төшөмдә ап-асыҡ күрҙем. Ҡалаға һары төҫтәге автобустар килеп тулған, шуларға кешеләрҙе тейәп ҡайҙалыр оҙаталар, бөтә ерҙә ҡаңғырыҡ, мәхшәр икән, тип ҡурҡып уяндым. Һуңынан ошо ваҡиға ете йыл дауамында ҡайта-ҡайта төшөмә инде. Хоҙайҙың иҫкәртеүе булғандыр инде, йәшлек менән аңлап етмәгәнмен”, – ти әңгәмәсем.
Олоғая килә тыуған тупраҡ үҙенә тарта. 2002 йылда Ғәлимовтар Өфөгә ҡайтырға хәл итә. Бөгөн Мөнирә Шәрифулла ҡыҙы менән Дамир Таһир улы улдарының көйлө тормоштарына ҡыуанып, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетенә өлгәшеп, булған һаулығын һаҡлап йәшәргә тырыша. Мөнирә ханым йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша, “Чернобыль” республика йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы булараҡ балалар, йәштәр менән осрашыуҙарға йөрөй. Буш ваҡыттарында ҡулына энә ала, сынъяһау итеп “Фатиха” сүрәһен сигеп, һоҡланғыс ҡул эше өлгөһө тыуҙырған. “Донъялар имен булһын, Хоҙай Тәғәлә еребеҙҙе ундай һәләкәттәрҙән һаҡлаһын инде”, – тигән изге доғалар менән ҡаршылай Ғәлимовтар һәр яңы көндө.