Йырсы булһаң, өйрәнгән үҙ исемеңде юғалтыуың да бар. Һүҙ сәхнә псевдонимы тураһында бара, сөнки күп кенә артистар үҙҙәренең ысын исем-шәрифе аҫтында сығыш яһамай.
Мәҫәлән, йырсы Валерия – Алла Перфилова, Наташа Королева – Наталья Порывай, Надежда Бабкина – Надежда Заседателева, Ирина Аллегрова – Инесса Климчук, Лариса Долина – Лариса Мячинская, Жасмин – Сара Семендуева, Лев Лещенко – Лев Лещев, Вера Брежнева – Вера Галушка, Ани Лорак – Каролина Куек, хатта үҙебеҙҙең Өфө егете Андрей Губин – Андрей Клементьев.
Йәштәр араһында популяр йырсы Егор Крид та тыумышы менән Егор Булаткин ул. Ул рэпер Тиматиҙың Black Star лейблы төркөмөнә инә. Һәм уның псевдонимына милек хоҡуғы теркәлгән. Әммә хәҙер артист төркөмдән китә, тимәк, уға Егор Крид булып сығыш яһарға ла, йырҙарын башҡарырға ла ярамай.
Шулай ҙа ике яҡ та һөйләшеп килешкән. Крид үҙенең исемен 250 миллион һумға һатып алған. Бында уға дуҫы – олигарх Борис Ротенберг ярҙам иткән.