Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 15:38

Серек һуған ашарғамы?

Иғтибар иткәнһегеҙҙер, яҙҙан һуғанға хаҡ ҡырҡа артты, хатта ике тапҡырға тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бынан бер ай элек уның бер килограмына 30-35 һум самаһы бирһәк, хәҙер 67 һумды сығарып һалырға кәрәк.

Етмәһә, ошо хаҡҡа ла сифатлы йәшелсәне табыуы ауыр.

Билдәле сауҙа үҙәктәренең тәүҙә килограмын 43 һумға тәҡдим иткәне араһында "тере" һуған табылманы. Йә серек, йә ҡыяҡтары шаҡтай үҫеп сыҡҡан. Тоҡсайҙарға һалынғаны ла 63 һум тора, уның араһында йомшарғаны, серегәне бар. Икенсе магазинға йүнәлдем, унда һуғанды 67 һумға һаталар, бындағыһын да сифатлы тип әйтеп булмай...

Фото: ok.ru
Читайте нас: