Билдәле булыуынса, 2017 йылдың декабрендә суд элекке министр Алексей Улюкаевты ике миллион доллар күләмендә ришүәт алғаны өсөн һигеҙ йылға төрмәгә ултыртҡайны. Әле килеп ул ҡатыны менән айырылған һәм быны бик ауыр кисерә икән. Был уның икенсе никахы булып, ике балаһы үҫә ине.
Суд һалған 130 миллион һумды Улюкаев ҡаҙнаға түләгән, шуға күрә быйыл февралдә уның мөлкәтенә һалынған арест юҡҡа сығарылған.
Элекке министр Тверь өлкәһендәге ҡаты режимлы колонияла йәшәү шарттарына зарланмай, үҙе лә төрмә тәртиптәрен боҙмай. Адвокаты әйтеүенсә, Улюкаев китапханала эшләй, шиғырҙар яҙа, әҙәби студияға йөрөй.