Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат-спорт турнирының дүртенсе этабы үтте.
Унда Архангел, Асҡын, Белорет, Мишкә райондары бәйгеселәре ҡатнашты.
Ғәҙәттәгесә, ипподром фойеһында ошо төбәктәрҙән килгән оҫталар күргәҙмә ойошторҙо. Унда башҡорт балы, ҡымыҙ, ит деликатестары, халҡыбыҙҙың ҡул эштәре өлгөләре һ.б. ҡуйылғайны.
Ҡағиҙә буйынса, турнир ике этапта үтә: тәүҙә бәйгелә район чемпионы билдәләнә, унан беренсе һәм икенсе урын алғандар ипподром аттарын менеп ярыша.
Дүртенсе этапта иң шәп бәйгесе тип Эдик Батталов танылды. Ул – Мишкә районынан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Терра Башҡортостан” турнирында башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша. Финал ярыштары 11 октябрҙә – Республика көнөндә үтәсәк.