Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2019, 21:33

"Файҙаһы булмаһа, бында тораммы ни?!"

– Туғаным, кил әле бында, кил. Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне.

Фото: rayon72.ru
Фото: rayon72.ru
– Туғаным, кил әле бында, кил.


Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне:


– Минән генә ал, минән генә. Иң яҡшыларын бирәм. Бында һәйбәттәре тик минеке. Үҙ балаларым кеүек ҡарайым бит уларҙы. Ғүмер буйы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгәс, рәт-сиратын яҡшы беләм. Бүтәндәрҙеке тәк сибә.


Унан апай себеште нисек тәрбиәләүе, нимәләр ашатыуы хаҡында тәфсирләп һөйләй башланы:


– Үҙең үҫтергән тауыҡҡа, үҙеңдең күкәйеңә етәме ни ул! Шунда эшләгәс, нимә ашатҡандарын вис беләм. Бөтәһе лә химия!


Апай ярым бышылдауға күсте. Бармағы менән бирерәк торған ҡатынға төртөп күрһәтте.


– Хоҙайым, анау ҙа себеш һатып торған була, әҙәм алдап! Гонаһынан да ҡурҡмай. Былтыр берәү килеп, себештәрең слабый булды, иртәгәһенә үк вис ҡырылды, тип зыҡ ҡубып әрләшеп йөрөгәйне, – тине апай. – Редакцияла эшләйем тиһең инде? – тип ҡабатлап һораны унан.


– Эйе.


– Ҡайһы райондан?


– Шишмәнән, – тинем.


– Атаҡ, мин дә шунан. Яҡташтар икәнбеҙ. Ҡайһы ауылдан?


– Ҡарағайҙан.


– Бәй, күрше ауыл бит.


– Улай булғас, Фәлән Фәләновичты беләһеңдер? – Апай миңә таныш кешенең исем-шәрифен әйтте.


– Беләмсе.


– Шуның менән бер урамда үҫтек инде. Хәҙер әллә кем булып галстук тағып йөрөһә лә, элек эт аламаһы булды. Ул әсәләре, Хоҙайым, күршеләрҙе тамам толландарҙы. Аҙаҡ беҙ леспромхозға күсеп киттек унан. Колбаса менән аҡ икмәк кенә ашап йәшәнек. Калхуз мәңге хәйерсе булды бит, ашарға икмәк тә етмәне. Беҙҙең районда фәлән кеше төгән ерҙә хужа икән. Уны ла бик маҡтамайҙар, насар, ағас игәү тиҙәр.


Апай бер аҙ туҡталып торған арала эше менән ҡыҙыҡһынам.


– Үтәме?


– Үтмәгән ҡайҙа ул! Ҡырылышып алалар.


– Тимәк, файҙаһы бар?


– Булмаһа, ошонда бушҡа тораммы ни?! Былтыр Төркиәлә булдым, быйыл үҙебеҙҙең Ҡырымға барырға тип торам. Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап торһаң, йәшәрһең бында.


– Улайһа һәйбәт, – тим.


Унан яҡташ апай йәнә минән “имтихан” алыуын дауам итте.


– Ҡатының ҡайһы райондан?


– Нуримандан.


– Башҡортмо?


– Эйе.


– Ҡайҙа эшләй?


– Нәшриәттә.


– Балаларығыҙ нисәү?


– Ике ҡыҙыҡай.


– Янына бер малай ҙа апҡайтырға кәрәк. Әтеү фамилияң юғала. Илдә сәпсек үлмәй ул. Ана беҙ унау үҫтек.


– Апай, үҙегеҙҙең балалар нисәү? Хәҙер ҙурҙарҙыр инде? – тип һорай ҡуйҙым.


– Әйҙә, был хаҡта һөйләшмәйек. – Әле генә тытылдығы сыҡҡан апай ҡырт киҫте, йөҙө үҙгәрҙе. Унан телефон һандарын һорап алды. – Кәрәк булһаң, шылтыратырмын...


Ә иртәгәһенә яҡташ апай маҡтап-маҡтап һатҡан себештәрҙең яртыһынан күберәге бер-бер артлы үлде...
Читайте нас: