Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2019, 01:29

Финалға сыҡҡан һәр балаға – бер миллион һум

“Тауыш. Балалар”ҙың алтынсы миҙгеленең бар финалсылары ошо музыкаль проекттың еңеүселәре тип иғлан ителде.

Фото: РИА Новости
Фото: РИА Новости
“Тауыш. Балалар”ҙың алтынсы миҙгеленең бар финалсылары ошо музыкаль проекттың еңеүселәре тип иғлан ителде.
Был хаҡта Беренсе каналдың генераль директоры Константин Эрнст тапшырыуҙың махсус сығарылышында белдергән.
“Беҙ был форматты уйлап сығарған Talpa компанияһы етәкселәре менән мөмкин булған бар варианттарҙы ҡараныҡ. Һәм бындай хәлдә ҡабаттан тауыш биреү үткәрә алмаясағыбыҙҙы аңланыҡ”, – тигән ул.
Константин Эрнст финалға сыҡҡан һәр кемде еңеүсе тип иғлан иткән, шул иҫәптән йырсы Алһыуҙың ҡыҙын да. Әммә Микелла Абрамова махсус сығарылышта ҡатнашыуҙан баш тартҡан.
“Был уның ҡарары, һәм беҙ уны хөрмәт итәбеҙ”, – тигән трансляция башында шоуҙы алып барыусы Дмитрий Нагиев.
Финалға сыҡҡан һәр кемгә еңеү өсөн бер миллион һум түләнәсәк.
Читайте нас: