Рәсәйҙә 1 июндән таксофондарҙан илдең һәр мөйөшөндәге стационар телефондарға шылтыратыу бушлай буласаҡ.
Был хаҡта “Ростелеком” компанияһы хәбәр итте.
Бөгөн республикала 4 562 таксофон ҡуйылған. Ул кеҫә телефоны тотмаған алыҫ ауылдарҙа берҙән-бер элемтә сығанағы булып тора. Халыҡтың 20 процентының унан “Ашығыс ярҙам”, полиция, янғынға ҡаршы хеҙмәттәргә шылтыратыуы билдәле.
Рәсәйҙә иһә барлығы 148 мең таксофон бар.