Камал бабайҙың әбейе донъя ҡуя.
“Ҡуй инде, хәҙер яңғыҙ нисек йәшәрмен?” – тип илаулап йөрөгән ҡартты һәр кем үҙенсә йыуатырға тырыша.
– Үлгән артынан үлеп булмай, үҙеңә көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырырға берәй иптәш кәрәк. Бынау хәтлем донъяны һүндермәҫһең инде, – тип ҡайһы берәүҙәр күргән-белгән әбей-һәбейҙе лә димләштерә башлай.
– Фәлән ауылдағы әбейҙең ҡылын тартҡылап ҡараным, ыңғайлаған һымағыраҡ. Үҙең барып һөйләш әле, – ти.
Бара бабай. Әбей риза була һәм үҙенең шартын әйтә:
– Барһам да, мин һинең мал-тыуар араһында буталып, баҡсаңда бөксәнләп йөрөргә тормайым. Өйҙә генә ултырасаҡмын!
– Ярай, ярай. – Бығаса ла донъя-тирәһендәге эштәрҙе һыпырылып үҙе башҡарған ҡарт быға әллә ни иғтибар бирмәй.
Бабай әбейҙе алып ҡайта, мулла саҡырып никах уҡыталар. Әммә яңы урында әбей ике аҙна ла тороп өлгөрмәй, уны фалиж һуға ла ҡуя. Хәҙер өйҙә генә ултыра, хәжәте лә эргәһендә, ти.
Уйнап әйтһәң дә, уйлап һөйлә, Хоҙай бит ишетә, тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер.