Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйыл 300-сө бала тыуыуы тураһында акт теркәлде. Лилиә менән Рәмил Әҙеһәмовтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп донъяға килгән сабый ул.
“Биш йәшлек Радмилабыҙға ҡусты алыу теләге ҙур ине. Изге Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәлә ул бирҙе”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты бала тыуыу тураһында документ алырға килгән бәхетле атай.
Әҙеһәмовтар ғаиләһенә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров әҙерләгән иҫтәлекле бүләк тә тапшырылды.
“Сибайҙа демографик хәл, башҡа йылдарға ҡарағанда, быйыл күпкә яҡшыраҡ”, – ти ЗАГС бүлеге етәксеһе Айгөл Бохарбаева.