Башҡортостан
-19 °С
Ясна
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Май 2019, 22:27
Һаталар икән, хәбәр ит!
Башҡортостанда “Хәүефһеҙ мөхит” порталында алкоголле эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыу осраҡтарын асыҡлау һәм быға кәртә ҡуйыу йәһәтенән граждандарҙың мөрәжәғәттәре ҡабул ителә.
Фото: glavarb.ru
Башҡортостанда “Хәүефһеҙ мөхит” порталында алкоголле эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыу осраҡтарын асыҡлау һәм быға кәртә ҡуйыу йәһәтенән граждандарҙың мөрәжәғәттәре ҡабул ителә.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо интернет ресурсы менән таныштырҙылар.
Кәңәшмәлә шулай уҡ республикалағы алкоголь баҙарындағы хәл, байрамдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү буйынса саралар тикшерелде. Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова төбәк етәксеһенең күрһәтмәһенә ярашлы күмәк сараларҙа, шул иҫәптән һабантуйҙарҙа иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйыу хаҡындағы закон проекты әҙерләнеүе тураһында белдерҙе.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.