Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, илдә ҡиммәтле араҡы һәм шарап һатып алыу кимәле кәмей, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.
Мәҫәлән, шарап һатыу – элекке 18,8 проценттан 15 процентҡа, коньяк 4,5 проценттан 3,5 процентҡа тиклем кәмегән. Шуның менән бергә һыраға өҫтөнлөк биреүселәр һаны 55,4-тән 64,2 процентҡа тиклем күтәрелгән. Тикшеренеүселәр был хәлде илдә хаҡтарҙың дөйөм артыуы менән бәйләй.