Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар реформаһы көндән-көн баҙығыраҡ аҙымдар менән тормошобоҙға үтеп инә.
Илеш районы үҙәгендәге күп ҡатлы йорттар биләмәһендә контейнерҙар ҡуйыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләүгә тотондолар. “Дорожник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уларҙы халыҡ өсөн дә, автотранспорт инеүе өсөн дә уңайлы итергә тырыша.
Ете урам буйлап эштәр теүәлләнгән. Бөтә был мөһим эште тормошҡа ашырыу 340 мең һумға төшәсәк.
Фото: Илеш районы хакимиәте сайтынан.