Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Май 2019, 21:07
Миҙгелгә йомғаҡ яһалды
Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә 2018 – 2019 йылдарҙағы йылытыу миҙгеленә йомғаҡ яһалды һәм коммуналь хужалыҡ объекттарын киләһе көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү барышы тикшерелде.
Фото: glavarb.ru
Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә 2018 – 2019 йылдарҙағы йылытыу миҙгеленә йомғаҡ яһалды һәм коммуналь хужалыҡ объекттарын киләһе көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү барышы тикшерелде.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов әйтеүенсә, уҙған осорҙа йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларында һигеҙ авария булған, һөҙөмтәлә йылылыҡ бүлеү һигеҙ сәғәттән ашыуға туҡтаған. Республиканың Торлаҡты һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Шафиҡов 2018 йылдың майынан 2019 йылдың майына тиклем ведомствоға ошо өлкәләге мәсьәләләр буйынса 3 134 мөрәжәғәт килеүе тураһында белдерҙе. Халыҡ, нигеҙҙә, фасадтарҙың, һыу торбаларының, ишектәрҙең, ҡыйыҡтарҙың, инженерлыҡ системаларының төҙөк булмауына зарлана.
Әле объекттарҙы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү йәһәтенән эш башлана. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә 1,5 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡты, дүрт меңдән ашыу йылылыҡ селтәрен төҙөкләндереү бурысы йөкмәтелә.
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.