Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев министрлыҡтарға сауҙа селтәрҙәрендә полимер һәм быяла һауыттарҙы мотлаҡ ҡабул итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Тәбиғәт, Сауҙа һәм сәнәғәт, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары уны бойомға ашырыу өҫтөндә эшләргә бурыслы.
Был мәсьәлә Хөкүмәттең Дәүләт Думаһында отчет биргән сағында күтәрелә. Депутаттар бер шешәне биш-ете һум менән ҡабул итергә тәҡдим итә. Хөкүмәт иһә 15 июнгә тиклем Дәүләт Думаһына тәҡдимдәр индерергә тейеш.
Әле Рәсәйҙә шешә ҡабул итеү йолаһы юҡҡа сыҡты, уны тик ирекмәндәр генә йыя, сөнки Таможня союзының техник регламенты талабы буйынса 2012 йылдың 1 июленән Рәсәй заводтарына әйләнештә булған һауыттарҙы ҡабул итеү тыйылды.