Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2019, 22:14

Тыуым да, үлем дә кәмегән

Быйыл тәүге кварталда республикала тыуымдың да, үлемдең дә кәмеүе күҙәтелгән. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.

Фото: glavarb.ru

Мәҫәлән, ғинуар – мартта төбәктә 10 446 сабый тыуған, йәғни былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 1 145 балаға аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың үлем кимәле тыуымдан әүәлгесә юғарыраҡ булып ҡала.

Максим Забелин әйтеүенсә, үлемгә килтергән төп сәбәптәр – йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре, яман шеш һәм тышҡы факторҙар. Бынан тыш, ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан үлем осраҡтары артҡан. Тышҡы факторҙарға иһә янғындар, юл фажиғәләре, һыуға батыу инә.

Респулика етәксеһе Радий Хәбиров ошо өлкәләге хәлгә анализ яһарға, тыуымды арттырыу буйынса өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырырға ҡушты.
Читайте нас: