Башҡортостанда 36 йәшлек Луиза Хәйруллинаны эҙләйҙәр.
Салауат ҡалаһында йәшәгән ҡатын “Россельхозбанк”та кассир булып эшләгән. Эш көнө һуңында ул кассанан 23 миллион һум самаһы аҡса алған һәм ғәйеп булған.
Банк хеҙмәткәрҙәре эштең ниҙә икәнен белеп ҡалыу менән полицияға хәбәр иткән. Өйөнә барғас, унда бер кемдең дә булмауы асыҡланған. Ҡатын ире, балалары, ҡайны-ҡәйнәһе менән автомобилгә ултырып сығып киткән.
Әле банк хеҙмәткәрҙәре ғаризаһы буйынса процессуаль тикшереү бара, уның һөҙөмтәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Эске эштәр министрлығы эҙләү иғлан итте. Ҡатындың билдәләре: 35-40 йәшлек, буйы 160-165 сантиметр, бите түңәрәк, танауы тура, сәсе елкәһенә тиклем. Ҡара-йәшел куртка, ҡара-һоро салбар, ҡара туфли кейгән.
Уны күргән кешеләрҙән түбәндәге номерҙар буйынса шылтыратыуҙы һорайҙар: 8 (347) 279-39-02, 8-917-38-68-584, 279-33-84.