Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 18:46

Бысаҡ менән ташланып...

Бар яҡлап та тыныс ил тип һаналған Японияла бөгөн ҡот осҡос ваҡиға булды. Кавасаки ҡалаһында транспорт туҡталышында бысаҡ менән ҡоралланған ир кешеләргә ташлана. Был туҡталышта, ғәҙәттә шәхси мәктәп уҡыусылары автобус көтә. Шуға күрә һәләк булғандарҙың һәм йәрәхәтләнгәндәрҙең күпселеге балалар.

Билдәле булыуынса, беренсе класс уҡыусыһы һәм уның 30 йәшлек атаһы һәләк була. Енәйәтсе барлығы 18 кешене йәрәхәтләй. Уларҙың 16-һы шәхси мәктәптең 1 класс уҡыусылары. Шулай уҡ ике өлкән кеше – ир һәм ҡатын зыян күрә. Әлеге мәлдә дүрт бала һәм бер ҡатын ауыр хәлдә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене ҡулға алған. Тик ул был мәлдә үҙен дә бысаҡ менән яралай һәм күп тә үтмәй йән бирә.
Читайте нас