Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 22:49

Туғыҙ йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө...

Бөгөн Өфөләге юл-транспорт фажиғәһендә туғыҙ йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө.

Фото ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Фото ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән.
Бөгөн Өфөләге юл-транспорт фажиғәһендә туғыҙ йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө.


Ҡурҡыныс авария Октябрь проспектында Мир туҡталышы янында була.
Светофорҙың йәшел төҫөнә велосипедта үтеп барған баланы яңы ғына руль артына ултырып йөрөй башлаған 33 йәшлек ҡатын тапата. Ул “Ниссан х-трейл” машинаһында була.
Билдәле булыуынса, бала баш ҡаланың 20-се мәктәбендә уҡыған. Уға өс аҙнанан 10 йәш тулырға тейеш булған... Ата-әсәһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Әлеге мәлдә водитель ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың йәйге ялы башланды. Уларҙың ғүмере һәм хәүефһеҙлеге һеҙҙең ҡулда. Ҡабат-ҡабат юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, мөмкин булһа, яндарында йөрөгөҙ. Шулай уҡ велосипедта йөрөгәндә, светофор аша үткәндә, унан төшөп, этеп үтергә кәрәклеген аңлатығыҙ. Был ябай ғына ҡағиҙәләр күңелһеҙ хәлдән ҡотҡарып ҡалыуы ихтимал.
Читайте нас: