Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 20:01

Баймаҡта бер йәшлек сабый тәҙрәнән ҡолаған

Кисә Баймаҡ ҡалаһында күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы тәҙрәнән бер йәшлек бала ҡолап төшкән.

Фото: runaruna.ru
Фото: runaruna.ru
Кисә Баймаҡ ҡалаһында күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатындағы тәҙрәнән бер йәшлек бала ҡолап төшкән. Билдәле булыуынса, бәләкәй малай тәҙрәләге москит селтәренә терәлгән, ул баланың ауырлығына сыҙамаған.


Әлеге мәлдә сабый дауаханала. Уның янбашы һынған.


Был ғаилә имен тип ҡылыҡһырлана. Бәхетһеҙ осраҡ мәлендә барыһы ла өйҙә булған. Сос малайға яҡындарының уны бер минутҡа ғына иғтибарҙан ысҡындырыуы еткән.


– Әгәр өйҙә бәләкәй балалар икән, тәҙрә мотлаҡ ябыҡ булырға йәки вертикаль елләтеүгә асып, йоҙаҡ менән бикләнергә тейеш, – тиҙәр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә. – Балаларға тәҙрә төбөндә уйнарға рөхсәт итергә ярамай. Шулай уҡ асыҡ тәҙрә булған бүлмәлә яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ. Иң ышаныслыһы – тәҙрәгә бала аса алмаҫлыҡ блокиратор ҡуйыу.
Читайте нас: