Бөгөн Совет районы судында төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнеүсе элекке өс полиция хеҙмәткәренә хөкөм сараһын оҙайтыу мәсьәләһе ҡарала.
Эдуард Матвеев, Салауат Галин һәм Павел Яромчук элекке полиция хеҙмәткәре – коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Суд ҡарар ҡабул итәсәк: йә өй аресты оҙайтыласаҡ, йә кире СИЗО-ға ҡайтасаҡтар.
Быға тиклем Башҡортостандың Юғары суды беренсе инстанция суды ҡарарын кире ҡағып, уларҙы 31 майға тиклем өйҙәренә хаҡ аҫтына ҡайтарғайны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс ир былтыр 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә 23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙы эске эштәр органдарынан ҡыуғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, дознаватель ҡыҙ ҙа ҡыуылды.