Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 20:18

Хәүефһеҙлекте хәстәрләп

Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың Террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

Фото: glavarb.ru
Фото: glavarb.ru
Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың Террорсылыҡҡа ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе.
Ул халыҡ күп йыйылған урындарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналды.


Әле республика биләмәһендә кешеләр күмәк йыйылған 374 урын бар. Бындай биләмәләрҙең, ҡануниәткә ярашлы, хәүефһеҙлек паспорты булырға тейеш.
Нигеҙҙә, улар иҫәбенә парктар, скверҙар, ғибәҙәтханалар, административ биналар инә. Ҡайһы бер райондарҙа бындай объекттарҙы паспортлаштырыу әле булһа тамамланмаған.
Читайте нас: