Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Май 2019, 11:02

“Хеҙмәтегеҙ – Башҡортостан хаҡына”

Кисә Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.

Кисә Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.


Бүләкләнеүселәр араһында спортсылар, фән әһелдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, журналистар, энергетиктар бар – йәғни, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, Рәсәй, Башҡортостан, уның яҡты бөгөнгөһө, яҡты киләсәге өсөн хәләл көсөн түккәндәр. Ул шулай уҡ, айырым шәхестәрҙең эшмәкәрлегенә туҡталып, халыҡҡа хеҙмәт итеүҙең һәр саҡ ваҡытында баһаланырға тейешлеген билдәләне. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары, “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемдәре бөгөн лайыҡлы хужаларын тапты.


Бүләкләнеүселәр араһында шағирә, “Башҡорт­остан” гәзитенең күптәнге авторы, публицист Тамара Ғәниева ла бар. Уға бөгөн “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме бирелде!


Был көндө беҙ бик оҙаҡ көткән кеүек булдыҡ. Һәр хәлдә үҙемдең нисәмә мәҡәлә яҙғанымды, хәбәрсе Шамил Кучуковтың Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар эшләгәненә нисәмә йыл уҙғанын хәтерләмәйем. Әммә, ниһайәт, был көндөң тыуыуына сикһеҙ ҡыуанабыҙ!


Тамара Ғәниева – ул башҡорт шиғриәте кимәлен билдәләгән һирәк авторҙарҙың береһе. Тап ошо “Өс иман” шиғыры – Шағирәнең ижад кредоһын, тормош маҡсатын, һүҙ сәнғәтендәге ролен, ҡеүәтен билдәләгән әҫәрҙәренең береһе. Башҡортостан өсөн хеҙмәт иткән һәр кем йөрәгендә ошо тойғоларҙы йөрөтә торғандыр!


Ҡотло булһын, халыҡ шағиры, иҫән саҡта рәсми рәүештә танылыуың. Мәнфәғәтен күрергә яҙһын. Был шатлыҡ яңы ижади офоҡтар асһын, ғүмер өҫтәһен, һаулығыңа терәк булһын!
Читайте нас: