Был мөһим эште кәңәшләшмәй, бергәләп һөйләшмәй атҡарып булмай, тип иҫәпләй баҡалылар. “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы, Баҡалы ауыл Советы биләмәһен төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртипкә килтереү мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында халыҡ йыйыны үткәрелде.
Ихатаны төҙөкләндереү проекты дизайны йорттарҙа йәшәүселәр менән берлектә раҫланды, подрядсы ойошма билдәләнде. Ворошилов исемендәге майҙанда иҫке, хужаһыҙ ҡаралтыларҙы һүтеү эше башланды, биләмәне таҙартыу дауам итә. Йыйында программаны бергәләп финанслау мәсьәләһе күтәрелде. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр сығымдарҙың бер процентын, муниципалитет — биш, ә ҙур өлөшөн — 94 процентын республика бюджетынан ҡаплаясаҡ. Был кешеләр дөйөм милеккә һаҡсыл ҡараһын, төҙөкләндереүҙең бөтә этаптарында ла әүҙем ҡатнашһын тигән маҡсаттан сығып эшләнә. Быйыл программа буйынса Баҡалыла өс ихата биләмәһе төҙөкләндереләсәк.
31 май календарҙа Күршеләр көнө тип билдәләнгән. Был яҡындан танышыр, дөйөм мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшер өсөн бик уңайлы мәл. Тыуған мөхитебеҙҙе матурлар өсөн берләшәйек!