Тиҙҙән Рәсәй үҙ биләмәһендәге иң ҙур тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә аласаҡ.
Бынан теүәл утыҙ йыл элек 4 июндә Өфө ваҡыты буйынса төнгө 1 сәғәт 15 минутта Әшә – Оло Теләк юлы аралығында ҡот осҡос шартлау булды. Бер береһенә ҡаршы килгән 211-се “Новосибирск – Адлер” һәм 212-се “Адлер – Новосибирск” пассажирҙар поездары осрашҡан мәлдә эргәнән генә үткән үткәргес торбала авария һөҙөмтәһендә еңел углеводород шартлай.
Рәсми мәғлүмәттәрғә ярашлы, унда 575 кеше (башҡа сығанаҡтар буйынса – 645), шул иҫәптән 181 бала һәләк булған, 600-ҙән ашыу кеше имгәнгән.
Башҡортостан табиптары фажиғә ҡорбандарын ҡотҡарыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Ашығыс ярҙам, барлыҡ дауаханалар, ирекмәндәр – берәү ҙә ситтә ҡалманы. Айырыуса ауыр хәллеләр Мәскәүгә оҙатылды.