Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2019, 14:07

Ғаилә машинаһын һатып ҡасҡан

“Россельхозбанк”тың Салауат ҡалаһындағы филиалынан 23 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепләнгән Луиза Хәйруллина үҙенең “Рено Дастер” автомобилендә ҡасмаған булып сыҡты. Баҡһаң, машинаны улар был ваҡиға алдынан ғына һатҡандар.

Әйтерһең, ғаилә был аҙымға алдан әҙерләнгән һәм милкенән ҡотолған. Шулай уҡ ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, Луизаның ире ике йыл элек банктарҙан кредитҡа дөйөм алғанда бер миллион һум самаһы аҡса алған, әммә түләмәгән. Банктар уны судҡа биреп, аҡсаны ҡайтарыуҙы талап иткән, ә суд приставтары уға ҡарата эш асҡан булған.

Бәлки ошолар финанс учреждениеһы хеҙмәткәрен был дыуамал аҙымға этәргәндер ҙә. Ғаиләлә ике 8 һәм 11 йәшлек балалар бар.

Күршеләре әйтеүенсә, улар шәхси йорттарын бик оҙаҡ төҙөгән, быйыл ремонт башлағандар. Урындағылар белдереүенсә, Хәйруллиндар башҡалар менән тығыҙ аралашмаған.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас: