7 – 16 июндә Мәскәүҙә “Дәүерҙәр һәм заманалар” тарихи фестивале үтә.
Ойоштороусылары – “Ратоборцы” боронғо күңел асыу саралары агентлығы, Мәскәү хөкүмәте, Мәскәү ҡалаһының сауҙа һәм тәьминәт департаменты. Фестиваль боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгө тарихи ваҡиғаларға арналған. Сараға тарихи клубтар, этник музыканттар, Урта быуат кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр, сауҙагәрҙәр, каскадерҙар һәм шоу төркөмдәр саҡырылған.
Әлбиттә, был сағыу тамашаға “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы ла саҡырылған. Беҙ уларҙың халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика сараларында сығыш яһағаны хаҡында хәбәрҙарбыҙ. 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары икәнен лайыҡлы күрһәтеп йөрөгән башҡорт атлылары ошо сараға йыйына. Командирҙары Илдар Шәйәхмәтов, Мәжит Ибраһимов, Азат Ҡужин, Азамат Ҡужин, Айҙар Мәжитов, Урал Мортазин Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, Рәсәйҙең баш ҡалаһына тарихи сәфәргә сыға.
Ошо уңайҙан арҙаҡлы замандашыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов милләттәштәребеҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Кемдәр милли кейем, милли ризыҡтар, башҡорт халҡының ҡомартҡыһы тип күрһәтерлек әйберҙәр бирә ала, “Любизар”ҙарға ярҙам итеп ебәрһен ине. Баш ҡалала уҙасаҡ сарала беҙҙең егеттәребеҙ аттары, үҙҙәренең эске рухи ҡеүәте генә түгел, ә башҡорт халҡының ғәмәли сәнғәти әйберҙәре менән дә иғтибарҙы йәлеп итеп торһа, бик яҡшы булыр ине.
Егеттәр 3 июндә Өфөнөң Комсомол урамындағы 79-сы йорт янынан сәғәт 15.00 юлға сыға. Улар Мәскәүҙең Тверь бульварында 17 июнгә тиклем башҡорт яугирҙәренең лагеры булып торасаҡ. Хөрмәтле милләттәштәр, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ярҙам итеп ебәрәйек! Хәйерле сәғәттә, “Любизар”!