Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 13:36

“Ҡас, Луиза, ҡас”

Луиза Хәйруллина һәм уның ғаиләһе юғалыуға дүрт көн үтеп китһә лә, республикала был хаҡтағы шау-шыу һаман тынмай. Интернет селтәрендә инде нисәнсе көн уның был ҡылығы “сәйнәлә”. Шуныһы ҡыҙыҡ, халыҡтың күпселек өлөшө дыуамал ҡатынды яҡлай. Яҡлай ғына түгел, хатта хуплай.

“Афарин, шәп иткән!”, “Вәт исмаһам бер ҡыйыу табылған”, “Беҙҙең өсөн дә матур итеп йәшә”, “Илла тотолоп ҡына ҡуймаһын инде”, “Ҡас, Луиза, ҡас” һәм башҡа меңәрләгән комментарий йыя уның тураһындағы постар. Ҡайһы бер билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар Луиза тотолған хәлдә, уның өсөн адвокатҡа түләргә лә әҙер хатта. Араларында уны һәм балаларын йәлләүселәр ҙә бихисап: “Тотолоп әрәм генә була инде”, “Тотолһа, балалары кемгә ҡалыр?” тип яҙыусылар бар. Был ҡылыҡтың законға ҡаршы килеүен, бурлыҡтың ҙур гонаһ булыуын хәтерләтергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел.

Бер һүҙ менән әйткәндә, бәләкәй генә Салауат ҡалаһында йәшәгән Лиуза бар республиканы ғына түгел, илде тетрәтте. Эш нимә менән тамамланыр, күҙәтәйек.

Фото: Инстаграм
Читайте нас: