Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 01:58

“Өфө – Вена самолетына ултырырға саҡырабыҙ!”

Тиҙҙән Өфө аэропортында шундай иғландар ҙа яңғырай башлаясаҡ. Билдәле булыуынса, 3 июндә Өфө һәм Вена ҡалалалары араһында даими һауа бәйләнеше асыла.

Мирон Доровских фотоһы.
Мирон Доровских фотоһы.
Тиҙҙән Өфө аэропортында шундай иғландар ҙа яңғырай башлаясаҡ. Билдәле булыуынса, 3 июндә Өфө һәм Вена ҡалалалары араһында даими һауа бәйләнеше асыла.


Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, был рейстарҙағы пасажирҙарҙы "Utair" авиакомпанияһы дүшәмбе һәм йома көндәрендә ташыясаҡ. 126 пассажирға тәғәйенләнгән Boeing 737 самолеттары Өфөнән Австрияның баш ҡалаһына 9.45 сәғәттә, ә Венан беҙгә 12.05 сәғәттә ҡуҙғаласаҡ. Авиарейсҡа киткән сығымдарҙы "Өфө" халыҡ-ара аэропортының килеменән ҡапланыласаҡ. Программа әлегә 2021 йылға тиклем генә иҫәпләнгән.


"Utair – Пассажирҙар авиалинияһы" президенты Павел Пермяков Вена йүнәлеше юҡҡа ғына һайланмауын белдерҙе, был ҡала – Европа үҙәге. Унан Чехияға, Словакияға, Венгрияға еңел генә барырға була. Етмәһә, Вена донъялағы иң матур ҡалаларҙың береһе.
– Был йүнәлеш Башҡортостан халҡында танылыу яулар, тип ышанабыҙ. Ғөмүмән, йәй миҙгелендә авиакомпания Өфөнө Анапа, Екатеринбург, Ҡазан, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Һамар, Сорғот, Төмән һәм Ханты-Мансы менән тоташтырасаҡ, – ти Павел Пермяков.


Республиканың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев был һауа бәйләнешен асыуҙы "яңынан Европаға тәҙрә уйыуға" тиңләне. Шулай уҡ ул Өфө-Вена һауа бәйләнешенең Европа туристарының республика ағымын ҡырҡы арттырыр, тип иҫәпләй.
Читайте нас: