Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 15:21

Луиза ҡайҙа киткән?

Бар республика баш вата: Луиза Хәйруллина ҡайҙа киткән? Күптәр уны Салауат ҡалаһынан ни бары 500 километр алыҫлыҡта ятҡан Ҡаҙағстандалыр тип фараз ҡылһа, икенселәр Украинаға киткәндер, ти. Имеш унда барып эләкһәләр, уларҙы беҙҙең илгә бирмәйәсәктәр...

Бәлки берәй төпкөл ауылда тауыш бөткәнен көтөп яталарҙыр, ти өсөнсөләр. Ә киң мәғлүмәт сараларында улар йылы диңгеҙ ярында ҡыҙыналар тигән фекер бар. Имеш, Луизаның 8 һәм 11 йәшлек ҡыҙҙары уҡыу йылы тамамланыр алдынан мәктәптә , “беҙ оҙаҡламай йылы диңгеҙгә китәбеҙ” тип әйткән...

Ә был мәлдә уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. “Айырыуса ҙур размерҙа урлашыу” тигән статья буйынса. Әгәр Луизаның ғәйебе иҫбатланһа, ҡатын 10 йылға тиклем төрмәгә ултырыуы ихтимал.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатын үҙе эшләгән “Россельхозбанк” кассаһынан 9 миллион һум, 140 900 доллар һәм 101 315 евро урлаған.
Читайте нас: